Новости
5 Марта 2021, 07:00

Өфөлә "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтә

Бәйгелә илдең 65 төбәгенән 250 оҫта ҡатнаша. Жюри ағзалары уларҙың эштәрен өс мең ярымдан ашыу заявка араһынан һайлап алған. Сувенир продукцияны баһалауҙа төп иғтибар милли тематикаға, эштәрҙең уникаль булыуына йүнәлтелә.Еңеүсе оҫталар бөгөн иғлан ителәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәйгелә илдең 65 төбәгенән 250 оҫта ҡатнаша. Жюри ағзалары уларҙың эштәрен өс мең ярымдан ашыу заявка араһынан һайлап алған. Сувенир продукцияны баһалауҙа төп иғтибар милли тематикаға, эштәрҙең уникаль булыуына йүнәлтелә.
Еңеүсе оҫталар бөгөн иғлан ителәсәк. Сараны ойоштороусылар булараҡ төбәктең туризмды үҫтереү үҙәге сығыш яһай. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусылар араһында ла Башҡортостан вәкилдәре күп.
Фото: конкурстың Фейсбуктағы рәсми сәхифәһенән.