Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге уҡытыусыһы Эльвера Туҡаева бар ҡунаҡтарҙы байрамдар менән ихлас йөрәктән тәбрикләп сараны асты, балалар китапханаһы мөдире Гөлсиә Илтенбаева, Көнъяҡ-көнсығыш район-ара «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәре Розалия Татлыбаева ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып, бәләкәстәрҙең күңелдәрен күтәрҙе. Балалар үҙ сиратында ата-әсәләренә, яҡындарына бағышлап шиғри бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. Осрашыу аҙағында ихлас күңелдән ҡотлауҙар, матур бүләктәр, күстәнәстәр тапшырыу булды. Ҡатнашыусылар ойошторолған байрамдан дәрт-ялҡын, күтәренке кәйефтәр алғандарҙыр, тигән өмөт менән һаубуллаштыҡ.
Г.Илтенбаева, балалар китапханаһы мөдире.