Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 12:00

БР менән "Ростех" араһынды хеҙмәттәшлек нығына

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы менән "Ростех" дәүләт корпорацияһы араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы тәүге ултырышы үтте. Саранан һуң төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков журналистар менән осрашты.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы менән "Ростех" дәүләт корпорацияһы араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның быйылғы тәүге ултырышы үтте. Саранан һуң төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков журналистар менән осрашты.
- Беҙ бөгөн 2020 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаныҡ. Йыл емешле булды, тип иҫәпләйем. Пандемияға ҡарамай, планға алынған барлыҡ ултырыштарҙы үткәрҙек, уларҙа етди мәсьәләләрҙе ҡараныҡ. Быйыл уларҙы тағы ла тәрәндән эшкәртеүҙе күҙаллайбыҙ. Мәҫәлән, былтыр "ОДК-УМПО”ла нигеҙ һалынған сираттағы етештереү цехын асырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ республиканың колледждары һәм университеттары менән эшләй башлаясаҡбыҙ. Уртаҡ эшмәкәрлекте ыңғай баһалайым. Мәҫәлән, бөгөн “Гидравлика” предприятиеһын ҡараныҡ, унда алып барылған эштең уңышлы булыуын күрҙек, - тип билдәләне Анатолий Сердюков.
“Ростех” менән республика араһындағы эшмәкәрлеккә ҡарата төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдерҙе.
- Ҙур ҡәнәғәтлек менән шуны билдәләйем: ведомство-ара комиссияға ярашлы “Ростех” менән алып барылған эш – беҙҙең өсөн тәүге тәжрибә. Эйе, артабан “Башнефть”, “Газпром” менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ошондай практикалар барлыҡҡа килде. Әммә был тәжрибә – иң һөҙөмтәлеһе. Был хаҡта 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса һандар ҙа асыҡ һөйләй. Бөгөн “Ростех” менән бәйләнешле предприятиеларҙың бер нисә инвестиция проектын ҡараныҡ. Беҙҙә уларҙың эшмәкәрлегенә киңерәк ҡараш барлыҡҡа килде, республикала яңы етештереү төрҙәрен, ҡыҙыҡлы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға уйлайбыҙ. Минеңсә, бик мөһим ҡарар ҡабул иттек. “Ростех” майҙансығындағы МАКС-2021 авиасалонында беҙҙең янғын һүндереүгә ҡулайлаштырылған вертолетты лайыҡлы күрһәтергә теләйбеҙ. Был - республика өсөн ҙур ваҡиға.
Беҙ “ОДК-УМПО”-ла кадрҙар әҙерләү буйынса майҙансыҡ төҙөлөшөнөң тамамланыуын көтәбеҙ. Был Рәсәйҙә тәүге һаналған үҙенсәлекле проект. “Ростех” менән берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә, ауыр хәлгә барып терәлгән республика предприятиеларын үҫтереү һәм уларҙы заказдар менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Бөгөн тағы бер тапҡыр Күмертау авиация етештереү предприятиеһы тураһында һөйләштек, сөнки ул – беҙҙең республиканың ғорурлығы, бик үҙенсәлекле продукция етештерә. “Ростех”тың ярҙамы, берҙәм эшмәкәрлек арҡаһында етештереүҙе һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә уны яңыртыуҙы башлай алдыҡ. Был – беҙҙең хеҙмәттәшлектең иң мөһим һәм файҙалы һөҙөмтәләренең береһе, - тине республика Башлығы.
“Ростех” дәүләт корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек, 80 йылға яҡын тарихы булған “Гидравлика” предприятиеһына эш сәфәре, уның үҫеш перспективалары тураһында республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ентекле яҙҙы.
Читайте нас: