Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 13:00

Рәсәйҙә коронавирустан нисә кеше прививка яһатҡан?

4 мартта үткән “Беҙ бергә” акцияһында ҡатнашыусылар менән осрашыу барышында ул беренсе прививканы 2 миллиондан артыҡ кеше яһатыуын әйтте. Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин хәәбәр итеүенсә, халыҡты вакциналаштырыу 2021 йылдың сентябренә тиклем эшләп бөтөрөлөргә тейеш.

Вакциналаштырыу нисә төрлө препарат менән алып барыла? Рәсәйҙең ҡайһы төбәктәрендә халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы прививҡа яһау һаман башланмаған? Бөгөнгө көндә нисә кеше ауырый?
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын Рәсәйҙә 5 миллион кеше алған, препараттың ике компонентын да 2,5 миллион граждан ҡаҙатҡан. Был хаҡта махсус брифингта Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голикова белдерә.
– Вакциналаштырыу мәсьәләләренә туранан-тура килгәндә, бөгөнгө көндә Рәсәйҙә 13,9 миллион доза вакцина комплекты етештерелгән. Шуның 7,9 миллион дозаһы инде ҡулланыуға әҙер. Был “Спутник V” вакцинаһы ғына түгел, Новосибирскийҙың “Вектор” үҙәгендә етештерелгән “ЭпиВакКорона” препараты ла.
Шул уҡ ваҡытта. Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итеүенсә, COVID-19-ҙан вакциналаштырыу илдең туғыҙ төбәгендә әлегә тиклем башланмаған да.
4 мартта үткән “Беҙ бергә” акцияһында ҡатнашыусылар менән осрашыу барышында ул беренсе прививканы 2 миллиондан артыҡ кеше яһатыуын әйтте.
Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин хәәбәр итеүенсә, халыҡты вакциналаштырыу 2021 йылдың сентябренә тиклем эшләп бөтөрөлөргә тейеш.
Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы пандемияһы ваҡытында 4,3 миллиондан артыҡ кеше ауырыған. Уларҙың 3,8 миллиондан артығы терелгән, бөгөнгө көндә 327,5 кеше ауырый.
Читайте нас: