Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2021, 16:00

#ШиғриәтМинуттары

ИМЕН-ҺАУ БУЛАЙЫҠ БАРЫБЫҘ ҘА!Йөрәгем ауырта бөгөн,Сәнсеп ала, ҡыҫыла, -Эләктереп аламы ниӘллә ниндәй ҡыҫала?Ойоп китә, йәки тулай,Ни етмәй йөрәгемә?Мәшәҡәттәрем, күрәһең,Үткәндер елегемә.

Йөрәгем ауырта бөгөн,
Сәнсеп ала, ҡыҫыла, -
Эләктереп аламы ни
Әллә ниндәй ҡыҫала?

Ойоп китә, йәки тулай,
Ни етмәй йөрәгемә?
Мәшәҡәттәрем, күрәһең,
Үткәндер елегемә.

Шатлыҡтар, шиктәр, һағыштар,
Борсолоу, үпкә, асыу –
Бөтәһе шул бер йөрәккә,
Мөмкин дә түгел ҡасыу!

Ҡан тамыры буйлап ҡыуа
Бөтә хистәрҙе йөрәк,
Күпме көс кәрәк үҙенә,
Күпме түҙемлек кәрәк!

Берсә тыныс тибә йөрәк,
Берсә ул яҙғы ташҡын,
Хәйерлегә булһын инде,
Изгегә, йөрәк, ашҡын!

Бирешмә борсолоуҙарға,
Һынатма, зинһар, йөрәк,
Беләһең бит, эштәрем күп,
Мин балаларға кәрәк!

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: