Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Күркәм байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө бөтә йөрәктән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был байрамдың яҙ башына, Ер ҡышҡы йоҡонан уянған, тәбиғәт йәнләнгән, сағыу ҡояш нурҙары аҫтында тәүге сәскәләр күренгән, яңы пландар, өмөттәр, хыялдар тыуған мәлгә тура килеүе үҙе бер мәғәнәгә эйә. Быуаттар төпкөлөнән алып мәңгелек ҡиммәттәр – ғаилә усағы йылыһы, балалар бәхете, наҙ һәм хәстәрлек ҡатын-ҡыҙ менән бәйле. Һеҙ тәбиғәттең үҙе кеүек – ғүмер бүләк итәһегеҙ, яңы ҡаҙаныштарға илһамландыраһығыҙ, яҡын кешеләрегеҙҙе һөйөү һәм иғтибар менән солғайһығыҙ һәм, бихисап йорт хәстәрлектәренә, еңел булмаған хеҙмәт эшмәкәрлегенә ҡарамай, ғаиләгеҙгә бәхет һәм күңел йылыһы бүләк итәһегеҙ. Һеҙ беҙҙе, ир-егеттәрҙе, ҡанатландыраһығыҙ, ауыр минуттарҙа терәк булаһығыҙ, яңы үрҙәр яуларға көс бирәһегеҙ, һәр эшкә һәм башланғысҡа гармония, уңышҡа өлгәшеүгә ышаныс индерәһегеҙ.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың роле күп яҡлы һәм эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә әһәмиәтлерәк була бара. Етәкселәр һәм белгестәр, хеҙмәткәрҙәр һәм хужабикәләр – һәр эшкә һеҙ бар белемегеҙҙе, йәшәү энергияһын, күңелегеҙҙе һалаһығыҙ, үҙ бурыстарығыҙҙы түҙемле һәм яуаплы, айырым бер һөйкөмлөлөк һәм әҙәплелек менән, көсөгөҙҙө йәлләмәй, ижади башҡараһығыҙ.
Һеҙҙең аҡылығыҙ, изге йөрәгегеҙ, йомартлығығыҙ, сикһеҙ күңел йылығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм түҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ. Һәр саҡ матур, һөйкөмлө һәм ҡабатланмаҫ булығыҙ. Янығыҙҙа һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы таянысығыҙ булһын, йортоғоҙҙа тыныслыҡ һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен. Ғаилә бәхете, ҡыуаныстар, һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Байрам менән!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.