Ҡәҙерле, һөйөклө беҙҙең өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ҡотлайым!
Тыуған ил хаҡына башҡарған хеҙмәтегеҙ, балаларыбыҙҙы тәрбиәләгәнегеҙ һәм хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, мөхәббәт һәм балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ менән бергә, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, бәхетле һәм оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!