9 мартҡа ҡарата Башҡортостанда 46 мең кеше COVID-19-ҙан вакцинаның беренсе һәм икенсе компонентын эшләткән. Беренсе компонент менән 100 мең кеше вакцинацияланған. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Башҡортостан инфекцияны профилактикалау өсөн бөтәһе 122592 вакцина алған. Төбәктә 11 вакцинация пункты, шул иҫәптән мобиль пункттар эшләй. Байрам көндәрендә, 6-8 мартта, 6422 кешегә прививка эшләнгән.
Был аҙнала республикаға вакцинаның сираттағы партияһы килеүе көтөлә.
Вакцина эшләтеүселәр араһында 65 йәштән өлкәндәрҙең күберәк булыуына өлгәшергә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.