Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 17:00

Быйыл БДИ тапшырыуҙағы яңылыҡтар билдәле булды

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тәртибе тураһында һөйләне.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тәртибе тураһында һөйләне.
– Уның әйтеүенсә, 11 класты тамалаусылар өсөн имтихандарҙы ваҡытынан алда үткәреү осоро бөтөрөлә.
– БДИ 31 майҙан 2 июлгә тиклем тик юғары уҡыу йорттарына инеүселәр өсөн генә үткәрелә.
– Математика буйынса база кимәлендәге БДИ үткәрелмәй.
– Юғары уҡыу йортона инергә планлаштырмаған сығарылыусылар урта дөйөм белем тураһында аттестат алғанда ике предмет – математика һәм рус теле буйынса сығарылыш имтиханы тапшыра.
– Йоғаҡлау иншаһын (изложение) үткәреү ваҡыты 2 декабрҙән 15 апрелгә күсерелә, өҫтәлмә сроктар шулай уҡ 2021 йылдың майына тәғәйенләнгән.
– Тағы бер яңылыҡ – 11 класты тамамлаусылар информатика буйынса БДИ-ны компьютерҙа тапшыра. Элек был ҡағыҙҙа эшләнә ине.
БДИ-2021-гә әҙерләнеү маҡсатында февралдә уҡыусылар өсөн онлайн-осрашыуҙар үткәрелгән. 30 марттан онлайн-консультациялар уҙғарыласаҡ.
Фото: Яндекс / Картинки.
Читайте нас: