"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 22:00

Ҡоролтай Башҡорт аты көнөн булдырырға тәҡдим итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт аты көнөн булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әйтеүенсә, аттарҙың халыҡ селекцияһы юлы менән сығарылған башҡорт тоҡомо хәүеф аҫтында.

“Ҡар өҫтөндә ҡолонлаған һәм 15 минуттан ҡолоно сабып йөрөгән беҙҙең атты күберәк ит алыу өсөн ауыр кәүҙәле аттар менән аяуһыҙ ҡушалар. Уның уникаль сифаттарын бөтөрәләр. Һис шикһеҙ, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау кәрәк”, – тип белдерҙе Ғәлим Яҡупов.
Ҡоролтай дата буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
“Башҡорт брендтарын һаҡлау һәм яҡлау Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһында яҙылған. Башҡорт атының үҙенсәлеклеге 30 йыл элек, 1991 йылда Советтар Союзының дәүләт агросәнәғәт комитеты тарафынан иҫбатланды”, – тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.
Читайте нас: