Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 14:00

Республикаға арктик һыуыҡ килеүе көтөлә

Был аҙна уртаһында Башҡортостанда, арктик антициклон килеү сәбәпле, көндәрҙең ныҡ ҡына һыуытыуы көтөлә.

Был аҙна уртаһында Башҡортостанда, арктик антициклон килеү сәбәпле, көндәрҙең ныҡ ҡына һыуытыуы көтөлә. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 11-15 мартта республикала яуым-төшөм булмай тиерлек. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 7-16 градус күрһәтһә, төндә 19-ҙән 24 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
Һыуыҡ һәм ҡояшлы һауа торшо республикала бер аҙна самаһы буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Яҙҙың тәүге айының икенсе декадаһы аҙағында сираттағы циклон килеүе көтөлә.
Читайте нас: