Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 12:00

Өс йәшкә тиклемге балаларға түләмдәрҙе ғаризаһыҙ оҙайтыу бөтөрөлдө

Коронавирус пандемияһы осорона ҡабул ителгән өс йәшкә тиклемге балаларға түләмдәрҙе ғаризаһыҙ оҙайтыу тәртибе ғәмәлдән сығарылды.

Коронавирус пандемияһы осорона ҡабул ителгән өс йәшкә тиклемге балаларға түләмдәрҙе ғаризаһыҙ оҙайтыу тәртибе ғәмәлдән сығарылды. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белдереүенсә, түләмдәрҙе тәғәйенләү ҡағиҙәләре һәм түләү шарттары үҙгәрешһеҙ ҡала. Өс йәшкә тиклемге балаларға пособиелар пандемия осоронда ла, уға тиклем дә беренсе бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләнең ғаризаһы буйынса тәғәйенләнә ине. Шулай уҡ ғаиләнең һәр ағзаһының уртаса килеме эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артырға тейеш түгел.
Хәҙер түләмдәрҙе оҙайтыу өсөн ата-әсәләргә ярашлы документтәр менән йәшәү урыны буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләмде яңынан тәғәйенләү һәм мөҙҙәтен оҙайтыу мөрәжәғәт иткән көндән башлана.
Был социаль ярҙам сараһы Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙең региональ саралары буйынса мөҙҙәте 2021 йылдың 31 майында тамамланған түләмдәрҙе һәм пособиларҙы автоматик оҙайтыу (алты айға) ғәмәлдә, тип белдерҙеләр ведомствола.
Читайте нас: