Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 18:00

Шәмбе көндәрендә уҡырға тәҡдим ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙә дүртенсе сиректә шәмбелә уҡыуҙы кире ҡайтарырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙә дүртенсе сиректә шәмбелә уҡыуҙы кире ҡайтарырға тәҡдим итте.
“Беҙ быға тиклем шәмбене уҡыуҙан азат итергә ҡарар иткәйнек. Был ябай ҡарар булманы, ул саҡта ул үҙен аҡлай ине, ул хәҙер ҙә үҙен аҡлай, мин быға шикләнмәйем. Ләкин беҙ “коронавирус тарихы” режимындабыҙ һәм, бәлки, ҡайһы бер шәмбеләрҙе әүҙемерәк әҙерлек өсөн асырға кәрәктер”, – тине республика етәксеһе. Ул шулай уҡ был мәсьәлә буйынса үҙендә әлегә аныҡ ҡына ҡараш булмауын билдәләне, уның фекеренсә, был тәҡдимде уҡыу йорттарының үҙҙәрендә тикшерергә һәм ҡарар ҡабул итергә – шәмбене БДИ-ға әҙерләнеү өсөн файҙаланырға йәки башҡа варианттар уйларға кәрәк.
“Мин аңлайым, коронавирусҡа ҡарамаҫтан, балаларҙың яҙмышы емерелергә тейеш түгел. Бала яҙмышы – ул БДИ-лағы яҡшы балдар, яҡшы вузға уҡырға инеү”, – тине БР Башлығы. Ул шулай уҡ бындай ҡарар ваҡытлыса, ковид осоронда ғына буласағын өҫтәне.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.
Читайте нас: