Новости
9 Марта 2021, 15:00

Юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ

“Көслө ел, ҡар яуыуы, насар күренеү юлдарҙағы хәл-торошто ҡатмарландыра. Бындай һауа торошо тағы бер нисә көн буласаҡ”, – тип яҙҙы бөгөн МР хакимиәте башлығы Д. Юланов үҙенең социаль селтәрҙәге битендә. Район етәксеһе белдереүенсә, ҡайһы бер мәктәп автобустарын рейсҡа сығармаҫҡа ҡарар ителгән. Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ автоюлында Иҙелбәктән Яңыбайға тиклем юл насар. Яңыбай зонаһы өсөн юлды Ҡоро Юл яғынан яҡын арала асасаҡтар. Бөтә юл техникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй.“Зинһар түҙемле булығыҙ. Алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ, киҫкен кәрәклек булғанда юлға сығыу ваҡыты һәм йүнәлеш хаҡында яҡындарығыҙға һәм 2-12-12 һандары буйынса ЕДДС-ҡа хәбәр итегеҙ. Абай булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – мөрәжәғәт итте ейәнсураларға район башлығы.

“Көслө ел, ҡар яуыуы, насар күренеү юлдарҙағы хәл-торошто ҡатмарландыра. Бындай һауа торошо тағы бер нисә көн буласаҡ”, – тип яҙҙы бөгөн МР хакимиәте башлығы Д. Юланов үҙенең социаль селтәрҙәге битендә. Район етәксеһе белдереүенсә, ҡайһы бер мәктәп автобустарын рейсҡа сығармаҫҡа ҡарар ителгән. Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ автоюлында Иҙелбәктән Яңыбайға тиклем юл насар. Яңыбай зонаһы өсөн юлды Ҡоро Юл яғынан яҡын арала асасаҡтар. Бөтә юл техникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй.
“Зинһар түҙемле булығыҙ. Алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ, киҫкен кәрәклек булғанда юлға сығыу ваҡыты һәм йүнәлеш хаҡында яҡындарығыҙға һәм 2-12-12 һандары буйынса ЕДДС-ҡа хәбәр итегеҙ. Абай булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – мөрәжәғәт итте ейәнсураларға район башлығы.
Читайте нас