“Шулай шикелле”, “мин яңылышмаһам” кеүек һүҙҙәр ҡулланып һөйләүҙән арынығыҙ. Беренсенән, уларҙы йыш ҡулланыуҙың бөтөнләй кәрәге юҡ. Икенсенән, үҙ-үҙеңә ышанмайһың тигәнде аңлата. Аҙым һайын ғәфү үтенмәгеҙ. Әгәр ҙә ҡырын эшегеҙ бар икән, бер тапҡыр, асыҡтан-асыҡ итеп әйтеп, кисереүҙәрен һорау ҙа етә. Маҡтау, һеҙгә ҡарата әйтелгән йылы һүҙҙәргә ҡаршы төшөргә кәрәкмәй. Рәхмәт әйтеп, йылмайыу ҙа етә. Үҙегеҙҙе әрләүҙән, түбәнһетеүҙән туҡтағыҙ. Бер мәл шундай эксперимент үткәрәләр. Бер бүлмәгә йыйылған ҡатын-ҡыҙҙы ун биш минут дауамында үҙҙәренең барлыҡ ҡырын эштәрен теҙеп ҡуйып иҫтәренә төшөрөп, әрләргә ҡушыла. Ә икенсеһендә, киреһенсә, була. Һуңынан, уларҙы төрлө урынға бутап ҡуйып, яндарына танышырға ир-заттарын индерәләр. Көслө заттар кемде һайлаған тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, үҙҙәре хаҡында яҡшы яҡтан ғына уйлағандарҙы. Сөнки үҙҙәрен түбәнһеткән гүзәл заттарҙың йөҙҙәре йәмрәйгән була. Ир-егеттәр улар янынан тиҙерәк китергә теләүҙәре хаҡында әйтәләр.