Новости
11 Марта 2021, 07:00

Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы асылды.

Өс көн барасаҡ йыйында Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерәсәк.(дауамы сайтта)

Өс көн барасаҡ йыйында Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерәсәк.
Йыйынды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форумда “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит”, “Инженерлыҡ селтәрҙәре. Яҡтыртыу техникаһы” күргәҙмәләре эшләйәсәк. 12 мартта ошо уҡ майҙансыҡта “Йортҡа идара итеүсе” республика форумы ла уҙғарыласаҡ.
- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ - Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе, уның электән килгән һәм бөгөнгө проблемаларын хәл итеү өсөн масштаблы программалар тормошҡа ашырыла, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, форумды асып.
Сара беренсе тапҡыр гибрид форматта үткәрелә – унда ҡатнашыусылар үҙҙәре лә килергә мөмкин, онлайн режимда ла күҙәтеп бара ала.
Яҙғы форумдың тәүге көнөндәге пленар ултырыш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу” тип атала. Уның модераторы – Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев. Күргәҙмәләрҙә Мәскәү ҡалаһы, Татарстан һәм Сыуашстан ҡатнаша. Шулай ҙа саралағы эшлекле даирәләрҙең күбеһе – Өфө, Ишембай, Нефтекама, Благовещен, Туймазы, Учалы, Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалалары һәм райондарынан.
Форумдың аҙаҡҡы көнө йәмәғәт советтарының һәм милекселәрҙең йортҡа идара итеүҙәге роленә бағышланасаҡ.
Читайте нас