Сараны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Сколково” фонды ойоштора. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сараларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, UFA_SuperHero хакатонының приз фонды 400000 мең һум тәшкил итә. UFA_SuperHero хакатоны 19 – 21 мартта онлайн рәүештә үтәсәк.
Питч-сессияла ҡатнашыу өсөн ғаризаны биомедицина, мәғлүмәт, алдынғы сәнәғәт, космик һәм коммуникациялар технологиялары кеүек йүнәлештәр буйынса эшләнмәләр әҙерләгән стартап командалары бирә ала.