Был сирҙәрҙән дауаланыу өсөн халыҡ араһында киң таралған ышаныслы ысулды тәҡдим итәбеҙ. Ул, тамаҡ төбөн һәм үпкәне тынысландырыу менән бер рәттән, ашҡаҙанға ла ыңғай тәьҫир итә.
Беҙгә кәрәк:
400 мл ҡайнар һыу
Уртаса ҙурлыҡтағы ике бешкән банан
Ике ҡалаҡ бал
Бананды ағас ҡалаҡ менән бутҡа хәленә еткәнсе иҙеп, өҫтөнә эҫе һыу ҡоябыҙ ҙа 30 минутҡа ултыртып торабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, төнәтмәгә балды өҫтәйбеҙ һәм һөҙөп алабыҙ. Шифалы эсемлек әҙер.
Бананлы, баллы төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр 100 миллилитрлап эсергә кәңәш ителә. Иҫкәрмә: көн һайын яңыһын әҙерләргә.