Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенсә, үҙ эшен башларға теләүселәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында район хакимиәтендә аҙна һайын үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә” һуңғы өс йылда 87 кәңәшмәлә 144 проект ҡаралған.
МР хакимиәте башлығы үҙенең “Бәйләнештә”ге битендә белдереүенсә, ер участкаһына мохтажлыҡ – эшҡыуарҙарҙа үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн йыш күтәрелгән мәсьәлә. “Беҙҙең район аграр булып тора. Йыл һайын 176 мең га ауыл хужалығы биләмәләре өсөн файҙаланыла, шулаҙың 45 мең гектарын сәсеү майҙандары тәшкил итә. Беҙ бөтә ерҙәребеҙҙе йоғонтоло файҙаланырға тырышабыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр өсөн һәр ваҡыт варианттар табабыҙ”, – тип яҙҙы Дәмин Марат улы.
Кисә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә оҡшаш ике проект ҡаралған – һыйыр малдары аҫрау һәм ит етештереү фермаһы ойоштороу. Был проекттар менән Элмәле ауылынан Т. Дәүләтшин һәм Байдәүләттән потенциал эшҡыуар А. Ҡолмөхәмәтованың вәкиле мөрәжәғәт иткән. Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә һәм иҡтисади үҫеш бүлегенә был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа проблемаларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итергә һәм “Агростартап” конкурс грант программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләргә ҡушылған.
Үҙ эшен асырға һәм ниндәй ҙә булһа проек тәҡдим итергә теләүселәр интернет аша https://investrb.ru/ru/ («Подать заявку») сайтында заявка бирә ала. Өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(34785) 2-13-15, 8 (34785) 2-11-33.