Яҡташыбыҙ Әлфиә Мырҙабаеваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо өлкәләге хеҙмәт алдынғыларын ҡотланы. «Башҡортостан» гәзите
хәбәр итеүенсә, дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар тураһында ла Радий Фәрит улы йылы һүҙҙәр әйтте. “Фән Вәлихмәтов – башҡорт һәм татар эстрадаһының ысын легендаһы. Ошо билдәле артист сәхнәлә саҡта күңел ҡыуана”, – тине республика Башлығы. Башҡортостан Республикаһы Указдары менән Фән Вәлиәхмәтов, тағы Ғафури район мәҙәниәт йортона ҡараған “Уҡлы” халыҡ ансамбле етәксеһе Рәмил Ғимранов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Фәрит Иҙрисов, рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов һәм Милли әҙәбиәт директоры Гөлдәр Моратова “Салауат Юлаев” ордены менән наградланды. Әйткәндәй, Гөлдәр Сабит ҡыҙы иртәгә матур юбилейын – 70 йәшен билдәләйәсәк.