Новости
23 Марта 2021, 09:00

Мәрхүмдәргә һуңғы хөрмәт - уларҙы лайыҡлы оҙатыу

#изгелекТормош булғас тыуыу бар һәм уның ахыры, үлем, бар. Йәшерен-батырын түгел, барыбыҙ ҙа шаһит: мәрхүмдәрҙе ерләү алдынан мотлаҡ тейешле булған процедураларҙы үткәрергә алып барыуҙа, ҡәҙерле яҡындарыбыҙҙы мәңгелек йорттарына оҙатыуҙа төрлө ауырлыҡтар осрап торҙо, хатта уларҙы автомобиль тағылмаһына һалып алып барған осраҡтар ҙа булды.

Тормош булғас тыуыу бар һәм уның ахыры, үлем, бар. Йәшерен-батырын түгел, барыбыҙ ҙа шаһит: мәрхүмдәрҙе ерләү алдынан мотлаҡ тейешле булған процедураларҙы үткәрергә алып барыуҙа, ҡәҙерле яҡындарыбыҙҙы мәңгелек йорттарына оҙатыуҙа төрлө ауырлыҡтар осрап торҙо, хатта уларҙы автомобиль тағылмаһына һалып алып барған осраҡтар ҙа булды.
Мәрхүмдәргә һуңғы хөрмәт - уларҙы лайыҡлы оҙатыу.
Үткән йома Абзан һәм яҡындағы ауылдарҙа йәшәүселәр Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле ауылдашыбыҙ Рәил Сәлих улы Сарбаевтан ошо маҡсатта файҙаланыр өсөн бүләккә мәсеткә УАЗ микроавтобусын ҡабул итте.
Яҡташтары тураһында һәр саҡ хәстәрлек күргәне, мәрхәмәтлелеге өсөн Рәил Сәлих улына ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, уға ныҡлы һаулыҡ, ҡылған изге ғәмәлдәре өсөн Аллаһы тәғәләнең һауаптары насип булыуын теләйбеҙ!
Лена Вәлитова.
Читайте нас