“Атайсал” проекты сайтында меценаттар өсөн асыҡ 48 проект урынлаштырылған да инде. Мәғлүм булыуынса, был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән яҡташтарҙың тыуған еренә ярҙамы программаһы булараҡ барлыҡҡа килде.
Йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү проект порталында иң популяры булып тора. Был категорияла 13 проект эшкә ебәрелгән дә инде, шулар араһында Ейәнсура районының Арсен ауылы ла бар. Унда ауылдың барлыҡҡа килеүенә 100 тулыу уңайынан төҙөкләндереү буйынса саралар планлаштырылған. Шуларҙың береһе Арсен ауылындағы Еңеү скверын төҙөкләндереү. Ошо ауылдан сыҡҡан Л.Л. Егоров һәм В.М. Бикташев проект инициаторҙары булып торалар.