Новости
24 Марта 2021, 11:00

Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү өсөн ирекмәндәр кәрәк

Быйыл июлдә республикала Бөтә донъя Фольклориадаһы үтә. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивалендә байтаҡ илдәрҙән халыҡ ынйыларын башҡарыусылар ҡатнаша. Уларға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр туплау башланды.

Быйыл июлдә республикала Бөтә донъя Фольклориадаһы үтә. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивалендә байтаҡ илдәрҙән халыҡ ынйыларын башҡарыусылар ҡатнаша. Уларға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр туплау башланды.
Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов: “Беҙгә меңдән ашыу ирекмән кәрәк. Бөтә донъя фольклориадаһына 2500-гә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә. Уларҙы ҡаршы алырға, оҙатып йөрөгә, бигерәк тә сит тел белгән ирекмәндәр кәрәк буласаҡ”, тип белдерҙе БСТ каналына. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән ирекмәндәр dobro.ru сайтында заявка ҡалдыра ала. Теркәлеү апрель уртаһына тиклем дауам итәсәк.
Бөтә донъя Фольклориадаһы 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Ул мәҙәни мираҫ өлгөләрен күрһәтеү һәм һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Читайте нас