Новости
24 Марта 2021, 14:00

Бер аҙнала 24 меңдән ашыу кеше ОРВИ йоҡторған

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләү осраҡтары арта.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләү осраҡтары арта.
15 марттан 21-енә тиклем 24 433 кеше ОРВИ менән ауырып киткән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 15,4%, тип хәбәр итте “Башинформ” Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә таянып. Өфөлә 7 163 сирле.
Әлеге ваҡытта республикала ауырыу күрһәткесе эпидемик сик кимәлендә тора, ти белгестәр. Ауырығандарҙың яртыһынан ашыуы – 17 йәшкә тиклемге балалар.
Лаборатория тикшереүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, грипп вирустарын йөрөтөү асыҡланған. Шулай уҡ парагрипп, аденовирус, риновирус һәм метапневмовирус билдәләнә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас