Билдәле булыуынса иртәгә, 25 мартта, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Бөгөн район мәҙәниәт йортонда ошо датаға арналған сара үтте. Һәр төрлө концерттар, байрам һәм күңел асыу саралары артында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҙур хеҙмәте тора. Улар башҡалар ял иткәндә эшләй, тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итә.