Новости
24 Марта 2021, 06:00

Мең дә бер кәңәш

Күҙҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. Улар ваҡытында ял итергә, «йоҡларға» тейеш. Компьютер, телевизор ҡаршыһында ултырыусыларға көн дауамында күҙҙәрен ял иттереп торорға кәрәк:күҙҙәрегеҙҙе асыҡ көйөнсә ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ ҙа өс минут тотоғоҙ; күҙҙәрҙе сылт-сылт йомоп алырға мөмкин; өс минуттан һуң күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм ҡулығыҙҙы алығыҙ; әҙерәк торғас, күҙҙәрҙе асырға була, тик ҡапыл сағыу утҡа ҡарамағыҙ.Компьютер артында ултырыусыларға кәңәштәр:бүлмәләге яҡтылыҡ тейешенсә булырға тейеш; мониторҙы тәҙрәнән яҡты төшөрлөк итеп урынлаштырырға, ә кисен лампа яҡтылығы сағылырлыҡ булмаҫлыҡ итеп ҡуйырға кәрәк; монитор күҙҙәрҙән 40-75 см алыҫлыҡта булырға тейеш һәм ҡараш монитор уртаһына йүнәлтелгән булырға тейеш.

Күҙҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. Улар ваҡытында ял итергә, «йоҡларға» тейеш. Компьютер, телевизор ҡаршыһында ултырыусыларға көн дауамында күҙҙәрен ял иттереп торорға кәрәк:
күҙҙәрегеҙҙе асыҡ көйөнсә ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ ҙа өс минут тотоғоҙ; күҙҙәрҙе сылт-сылт йомоп алырға мөмкин; өс минуттан һуң күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм ҡулығыҙҙы алығыҙ; әҙерәк торғас, күҙҙәрҙе асырға була, тик ҡапыл сағыу утҡа ҡарамағыҙ.
Компьютер артында ултырыусыларға кәңәштәр:
бүлмәләге яҡтылыҡ тейешенсә булырға тейеш; мониторҙы тәҙрәнән яҡты төшөрлөк итеп урынлаштырырға, ә кисен лампа яҡтылығы сағылырлыҡ булмаҫлыҡ итеп ҡуйырға кәрәк; монитор күҙҙәрҙән 40-75 см алыҫлыҡта булырға тейеш һәм ҡараш монитор уртаһына йүнәлтелгән булырға тейеш.
Читайте нас