Беҙҙең аҡса райондан ситкә китеүенә борсолоп, гәзит уҡыусыбыҙ З. Иҫәнов үҙебеҙҙекен һайларға, үҙебеҙҙекен һатып алырға саҡырып яҙып сыҡҡайны.
һәм Һиндостандың рухи ҡалҡаны, сәйәси лидеры Махатма Гандиҙы өлгө итеп ҡуйғайны: "М. Ганди колонизаторҙар менән көрәштә көс ҡулланмай ғына, тик урындағы халыҡтың тауарҙарын алырға һәм хеҙмәттәрен ҡулланырға саҡыра һәм был ысул һиндтарға Британия колонизаторҙарынан бойондороҡһоҙлоҡ яулап алырға ярҙам итә, һөҙөмтәлә улар Һиндостанды ташлап китә. Ауыл халҡына иҫән-һау ҡалыу өсөн бик сағыу миҫал". Уны ҡеүәтләп, үҙебеҙҙең тауар етештререүселәргә иғтибарҙы йүнәлтке килә. Күргәнегеҙ, алғанығыҙ бармы икән, беҙҙең райпо магазиндарында бик ыҡсым матур һауыттарға бүлеп, Ейәнсура балы ла һатыла. "Нектар" ЯСЙ-һы (етәксеһе Ф. Толомбаев) тәҡдим иткән бал сифатлы булыуы менән айырылып тора. Матур, ыҡсым һауыттарҙа булыуы күстәнәскә йөрөтөүгә лә ҡулай.