Новости
27 Марта 2021, 03:50

Бөгөн - Бәра`әт кисе

Марттың 27-һенән 28-енә ҡарай, йәғни шәғбән айының 14-нән 15-се төнөнә ҡарай Бәра`әт кисе тип атала.Был көндә, йәғни Шәғбандың 15-се көнө алдынан мосолмандар


Марттың 27-һенән 28-енә ҡарай, йәғни шәғбән айының 14-нән 15-се төнөнә ҡарай Бәра`әт кисе тип атала. Был көндә, йәғни Шәғбандың 15-се көнө алдынан мосолмандар үҙҙәре һәм әруахтар рухына бағышлап, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау доғалары уҡып үткәрә. “Йәсин” сүрәһен уҡып, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала. Аллаһы Тәғәлә йылына бер мәртәбә, тап ошо көндә, Түбәнге күккә төшә һәм ҡолдарының доғаларын тыңлай. Ярлыҡау һорағандарҙың гонаһтарын ғәфү итә, диндарҙарҙың иң лайыҡлыларына алдағы йылға бәхет һәм бәрәкәт бирә.
Мосолмандар өсөн Ҡәҙер кисәһенән ҡала иң изге кисә – Бәра`әт кисәһе, сөнки Ҡөрьән беренсе мәртәбә Бәра`әт кисәһендә иңдерелгән. “Бәра`әт” һүҙе ғәрәпсәнән «берәй ауырлыҡтан, бәләнән ҡотолоу» мәғәнәһендә тәржемә ителә.

“Бәрәәт кисе – изгелектәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән ҙур бүләк”,– ти Мөхәммәт бәйғәмбәр. Бөтә бәндәләрҙең алдағы бер йылға ейер ризығы, мал- мөлкәте, дәрәжәләре,тыуасаҡ, фани донъянан китәсәк көндәре– бөтәһе лә ошо кистә билдәләнә.

Мосолмандар Бәрәәт кисәһе алдынан ураҙа тота, саҙаҡа бирә, иманға ярашлы эштәр башҡарып үткәрә.

Читайте нас