Новости
27 Марта 2021, 09:05

Ҡыяр үҫтерәһегеҙме?

Өйҙә ниндәй ҡыяр үҫтерергә була, тиһегеҙме?

Уңған хужалар йәй - баҡсала ғына түгел, ҡышын да тәҙрә төбөндә йәшелсә-емеш үҫтерә. Тышта – ҡар, һалҡын, ә өйҙә йәшеллек, витаминлы ризыҡ була.
Өйҙә үҫә алған ҡыяр төрҙәре лә күп. Тик ул үҙенән-үҙе һеркәләнә торған гибрид булырға тейеш. Мәҫәлән, “Городской огурчик F1” махсус тәҙрә төбөндә, балконда үҫтереү өсөн сығарылған. Иртә өлгөрә. Ике-өс ысын япрағы сыҡҡас, осон өҙөп, тармаҡландырырға кәрәк. “Дамский угодник F1” – баҡсала ла, теплицала ла, өйҙә лә үҫә ала торған универсаль сорт. “Гармонист F1” тәҙрә төбөн, өй шарттарын яҡшы үҙһенә. “Подарок F1” өйҙә үҫтереү өсөн махсус сығарылған. Бейек үҫмәй. “Балконное чудо F1” – тәҙрә төбөндә, балконда үҫтерелә торған махсус гибрид. Бик тармаҡланмай, һабаҡтары оҙон үҫмәй.
Ҡарлы миҙгелдә лә рәхәтләнеп йәй һулышын тойоп, витаминлы аҙыҡ менән тәғәмләнергә яҙһын!
Читайте нас