«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү һәм уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.