Новости
29 Марта 2021, 14:10

Бушлай яңы һөнәр алырға мөмкин

“Рәсәйҙә эш” порталы аша ихтыяж ҙур булған белгеслектәр буйынса белем алыуға заявка биреп була.

“Рәсәйҙә эш” порталы аша ихтыяж ҙур булған белгеслектәр буйынса белем алыуға заявка биреп була.
Программала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған эшһеҙҙәр, 50 йәштән өлкән кешеләр, бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм ете йәшкә тиклемге балалар әсәйҙәре ҡатнаша ала.
Заявка биреү өсөн “Рәсәйҙә эш” порталына инергә, үҙең йәшәгән төбәкте, программаны һәм белем биреүсе ойошманы һайдарға кәрәк. Уҡытыу бушлай.
Эше булмаған граждандарға яңы һөнәр биреү “Демография” милли проектында ҡаралған. Вакансиялар эҙләү һәм урынлаштырыу буйынса берҙәм интернет-платформа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2020 йылдың майында булдырылды.
Читайте нас