– Сәсенә ҡарап кешенең холҡон белергә мөмкин.
– Нисек итеп?
– Әйтәйек, йомшаҡ сәсле кеше – йомшаҡ холоҡло, ҡаты сәслеһе – ҡаты.
– Ә пеләш булһа?
– Ул кеше бик шыма була инде.
Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ
Автобуста китеп барам. Салонда – 20-25-ләп пассажир һәм бер эт. Юл буйы (ул ярты сәғәт самаһы һуҙылды) бөтә пассажирҙарҙың телефондары шылтыраны, шул иҫәптән минеке лә, кондукторҙыҡы ла, водителдеке лә.
Түҙмәнем:
– Бөтәгеҙгә лә шылтыраттылармы? – тип һораным.
Арттан тауыш ишетелде:
– Әлегә минең эткә шылтыратманылар.
Барыбыҙ ҙа эс ҡатҡансы көлдөк.