Ейәнсура районында йылдағыса махсус хеҙмәттәр, техника ҡатнашлығында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға арналған сара үтте. Күргәҙмәгә ҡуйылған техника, махсус хеҙмәт, предприятиеларҙың әҙерлеген күргәс, яҙғы ташҡындар алдынан булған шом таралғандай булды. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигәндәй, әҙер тороу берәүгә лә зыян итмәй.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов район предриятиелары-ойошмалары, учреждениелар техникаһы, ҡотҡарыу һәм талап ителгәндә ярҙам күрһәтеү, эвакуациялау саралары менән танышты. Белгестәр һәм етәкселәр менән аралашты, кәңәшләште.