Новости
1 Апреля 2021, 04:35

Бөгөн - Ҡоштар көнө

Яҙ етеү менән беҙҙең яҡтарға иң тәүгеләрҙән булып ҡара ҡарға, сыйырсыҡ, һабантурғай, аҡҡош, торна ҡайта. Тиҙҙән ауыл ерендә йәшәүселәрҙе көн һайын иртән сыйырсыҡтарҙың моңло тауышы уятыр. Кәкүк тауышы ла ишетелер, еребеҙ һабантурғай моңона күмелер... Иҫән-һау булайыҡ!

Добавить в предпочтительные источники Google
1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә. Ҡоштар Ер шарының бөтә урындарын, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрен дә төйәк иткән. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндә йәшәгән ҡоштарҙың - 10681 (20087 төрсәһе), шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандарҙың 159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә уларҙың 789 төрө бар.
Ҡоштарҙы яҡлап, тәбиғәтте һаҡлаусылар тарафынан төрлө рейдтар ойошторола, уларға ҡыш көнө тағараҡтар эленә.
Башҡорттар өсөн бигерәк тә аҡҡош изге ҡош һанала. Шуға күрә уның итен ашау тыйылған. Әйткәндәй, башҡорт мифологияһында ҡоштарға табыныу күренештәре лә юҡ түгел. Халыҡ ижадында төрлө ҡоштарға бәйле ырым-йолалар, ышаныуҙар, мәҡәл-әйтемдәр, әкиәттәр күп.