Һуңғы ун йыл эсендә шәхси финанстарға дөрөҫ идара итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында үҙенең барлыҡ тапҡан-таянғанын һәм сығымдарын ҡағыҙҙа теркәп барыусылар биш тапҡырға артҡан. Был ысул аҡсаны 30 процентҡа тиклем экономиялау мөмкинлеген бирә икән. Ысынлап та шулаймы? Әйҙәгеҙ, кәңәштәргә күҙ һалайыҡ.
* Иҫәп алып барыу өсөн блокнот, дәфтәр йөрөтөү мотлаҡ түгел. Ноутбук, хатта кеҫә телефоны ла ярҙамға килә ала. Һуңғыһы бигерәк тә уңайлы: яҙырға ла, ҡайһы бер тауарҙарҙың хаҡын фотоға төшөрөргә лә мөмкин.
* Үҙенә күрә бер диета инде. Күпме аҡса эшләп табыуыңды һәм уның ни саҡлыһын нимәгә сарыф итеүеңде белеп торғас, кәрәген һәм артығын айырырға өйрәнәһең.
* Ҡулға аҡса килеп эләгеү менән уның 10 процентын һаҡлауға һалып ҡуйырға күнегегеҙ. Күп түгел, тиерһегеҙ, әммә шулай тойола ғына. Ғөмүмән, беҙҙең күбебеҙ керем-сығымын һанамай, шунлыҡтан, Бөтә донъя банкының докладында әйтелгәнсә, “Рәсәй граждандарының кеҫәһендәге аҡсаның 30 проценты эҙһеҙ юғала”.
* Күп тигәндә ике-өс айҙан үҙегеҙҙең ихтыяжығыҙ тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәткә эйә булырһығыҙ. Белгестәр иҫәпләүенсә, күптәрҙең ғаилә бюджетының 20 проценты самаһы зыянлы аҙыҡ-түлеккә тотонола. Һандар шуны күрһәтә: уртаса хәлдәге ғаиләлә айлыҡ аҡсаның 5 проценты ғына һаулыҡты ҡайғыртыуға китә, ә алкоголле эсемлектәргә, ял итеүгә, күңел асыуға – 6-шар процент.
* Һаҡланманы бер нисә маҡсатҡа тип бүлгеләргә мөмкин. Мәҫәлән, эшһеҙ ҡалған осраҡта осто осҡа ялғар өсөн, бизнес асыуға, йортто төҙөкләндереүгә, машина һатып алыуға, балаларҙы уҡытыуға...
* Долларҙың, евроның ҡиммәтләнеүе һымаҡ донъя кимәлендәге яңылыҡтарға әллә ни иғтибар итергә ярамай. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – ғаилә иҡтисады.