Бөгөн – Балалар китабы көнө. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ул 1967 йылдың 2 апреленән билдәләнә.
Бала-саҡ әкиәттәре һәр беребеҙҙең хәтеренә уйылып ҡалғандыр, моғайын. Ғүмер буйы уҡыған китаптарҙың күбеһе онотола барһа ла, бәләкәй саҡта уҡығандары үҙҙәренең геройҙары, төрлө төҫлө һүрәттәре менән олоғайғас та күҙ алдынан китмәй. Бөгөн компьютер, төрлө электрон уйынсыҡтар, заманса мәғлүмәт сығанаҡтары өҫтөнлөк иткән заманда йәшәйбеҙ. Кеше хәҙер китап уҡымай, тип уфтанырға яратабыҙ. Әммә был ысынбарлыҡта дөрөҫ түгел. Матур-матур, төҫлө китаптар күреү менән һәр сабыйҙың күҙендә осҡон ҡабына, нур уйнай, күңеле талпына. Ғөмүмән, балалар китабына һәр ваҡытта ла, һәр заманда ла ихтыяж ҙур булды. Китап сығарыр өсөн мөмкинлектәр ҙә башҡа хәҙер. Ниндәй генә форматта, ниндәй генә тышлыҡта, ниндәй генә материалдан баҫылмай улар?! Күренекле рус яҙыусыһы М. Горький балалар әҙәбиәтен ҙур бер «суверен держава» тип атаған.