Новости
2 Апреля 2021, 08:55

Баймаҡ районында БСК өсөн сеймал таба башлауҙары ихтимал

Был хаҡта Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстары һәм экология мәсьәләләре буйынса хәүефһеҙлек советнигы Рәсих Хәмитов белдерҙе. Шахтау шиханында запастар бөткән осраҡта, был БСК-ның продукция етештереүсәнлеген 10-15 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Баймаҡ районында Башҡортостан сода компанияһы өсөн сеймал таба башлауҙары ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстары һәм экология мәсьәләләре буйынса хәүефһеҙлек советнигы Рәсих Хәмитов белдерҙе.
Шахтау шиханында запастар бөткән осраҡта, был БСК-ның продукция етештереүсәнлеген 10-15 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Р. Хәмитов белдереүенсә, БСК-ның талаптарына яуап биргән сеймал тимер юлынан алыҫ булмаған ерҙәрҙә бар. Улар – Ғафури районының Ҡаран, Ишембай районының Ғүмәр, Баймаҡ районының Худолаз һәм Белорет районының Бөгәнәк ятҡылыҡтары.
БСК директоры Эдуард Давыдовтың белдереүенсә, предприятие 2026 йылға тиклем тәьмин ителгән. Шунлыҡтан 1-1,5 йыл эсендә икенсе ятҡылыҡты хәл итеү кәрәк. Был ҡарар компанияның директорҙар советында көҙгөһөн ҡабул ителеүе мөмкин.
Читайте нас