Новости
3 Апреля 2021, 13:50

Космонавтар башҡорт балы ашай

16 йыл самаһы инде космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған бал һалына.

16 йыл самаһы инде космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған бал һалына.
Башҡортостан ДТРК-һы хәбәр итеүенсә, Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын космонавтарға орбитала өҫтәлмә ризыҡ булараҡ бирә башлайҙар. Әлбиттә, йыһанға оҙатыр алдынан бал Бирюлев эксперименттар заводында етди тикшереү үтә һәм тюбиктарға һалына.
2000 йылға тиклем дә балды космонавтар рационына индерергә тигән тәҡдимдәр күп була. Әммә был ризыҡта микроорганизмдар күп тип ғалимдар ризалашмай. Шулай ҙа Башҡортостандан сыҡҡан космонавтар тап башҡорт балын тикшереп ҡарарға тигән теләк белдерә. Сифаты буйынса тик башҡорт балы ғына йыһан стандарттарына тура килә. Беҙҙең республика йыл һайын 100 килограммдан ашыу балды Бирюлев тикшеренеүҙәр заводына оҙата. Йыһанда космонавтар башҡорт балын тәмләп ҡарай һәм уларҙа ергә ҡайтҡас татлы ризыҡтың төйәге булған Башҡортостанды килеп күреү теләге тыуа. Күптән түгел Рәсәй геройы, летчик-космонавт Михаил Корниенко Башҡортостанға килеп ҡайтты. 1 килограмм балды йыйыр өсөн ҡорттарға ер шарын ике тапҡыр урап сығырлыҡ юл үтергә кәрәк. Ә ошо бер килоны йыһанға оҙатыу 2 миллион һумға торорлоҡ сығымдар талап итә. Тимәк, йыһандағы башҡорт балы иң ҡиммәте. Әле космонавтарҙың туҡланыу рационында — йүкә һәм сәскә балы. Киләсәктә ҡырағай бал ҡорто йыйған солоҡ балы ла йыһан киңлектәрен яулар, тигән өмөт бар.
Читайте нас