Новости
3 Апреля 2021, 12:10

Миллиондан ашыу ағас ултыртыласаҡ

Башҡортостанда «Еңеү урманы» проектының төп бурыстары билдәләнде. Быйыл акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала, тип хәбәр итте “Башинформ”. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 65 участка әҙерләй, 251 гектарҙа бер миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу планлаштарыла. Был аллеялар һуғыш осоронда республикала ойошторолған хәрби частарға бағышлана.2020 йылда проект Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Акцияла ҡатнашыусылар 19 һәм 26 сентябрҙә күпләп ағас ултыртты, аллеялар яһаны, һуғыш геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү өсөн уларға Ватанды һаҡлаусыларҙың исемдәре бирелде. Акцияла 55818 кеше ҡатнашты, тораҡ пункттарҙа – 255453 ағас, урманда 610000 йәш үҫенте, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә 1886 исемле ағас ултыртылды, аллеялар, скверҙар булдырылды.«Еңеү урманы» проекты 2019 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башланы.

Башҡортостанда «Еңеү урманы» проектының төп бурыстары билдәләнде. Быйыл акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала, тип хәбәр итте “Башинформ”. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 65 участка әҙерләй, 251 гектарҙа бер миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу планлаштарыла. Был аллеялар һуғыш осоронда республикала ойошторолған хәрби частарға бағышлана.
2020 йылда проект Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Акцияла ҡатнашыусылар 19 һәм 26 сентябрҙә күпләп ағас ултыртты, аллеялар яһаны, һуғыш геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү өсөн уларға Ватанды һаҡлаусыларҙың исемдәре бирелде. Акцияла 55818 кеше ҡатнашты, тораҡ пункттарҙа – 255453 ағас, урманда 610000 йәш үҫенте, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә 1886 исемле ағас ултыртылды, аллеялар, скверҙар булдырылды.
«Еңеү урманы» проекты 2019 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башланы.
Читайте нас