Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында һәр кешенең туған телен өйрәнеү хоҡуғына эйә булыуы тураһында яҙылған. Үкенескә күрә, ҡайһы бер ата-әсәләр балаһының балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә беренсе класҡа барғанында туған телде өйрәнеүҙе һайламай. Ысынында иһә, мәктәптә бер класс тупларлыҡ башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр булһа, ата-әсәләр мәктәп директоры исеменә ғариза яҙып шундай класс булдырыуҙарын талап итә ала. Бер класс тупларлыҡ балалар һаны юҡ, әммә дөйөм мәктәптә башҡорт балалары күп икән, ата-әсәләр мәктәп директорына факультатив форматында башҡорт телен өйрәнеүҙе тәҡдим итергә хоҡуҡлы.
Ошондай мәлдәрҙе аңлатыу, шулай уҡ ата-әсәләрҙе туған башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йәлеп итеү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында ата-әсәләр комиссияһы ойошторолдо һәм уңышлы эшләп килә. Комиссия ағзалары быйыл республика райондары һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәк ата-әсәләре менән осрашыуҙар үткәрҙе, урындарҙа ата-әсәләр комитеттары төҙөнө.
Оҙаҡламай мәктәптәрҙә беренсе класҡа балалар йыйыу башлана. Шуға бәйле Республика ата-әсәләр комиссияһы кәрәкле мәғлүмәт тупланған буклет әҙерләне. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сараларҙа таратыласаҡ, теләге булған һәр кем үҙе лә сығарып алыу мөмкинлегенә эйә.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Балалар #Образование
+17 °С
Дождь




