

Оҫта сәскәселәрҙең петуния үҫтереү буйынса кәңәштәре күп кенә. Шуның иң еңеле һәм арзаны тураһында ғына һөйләп үтмәксемен. “Азофоска” тип атала ул ашлама. Уның составы азот, фосфор, калийҙан тора. Белеүебеҙсә, азот һабаҡтарҙы үҫтерә, фосфор – тамыр һәм һабаҡ өсөн, ә калий сәскәләргә кәрәк. Яңы сәскәләр яңы һабаҡта барлыҡҡа килә, тимәк, сәскә атҡан саҡта ла азот кәрәк.
Норма буйынса өймәләм итмәй генә алынған 1 ҡалаҡ ашламаны 10 литр һыуҙа болғаталар. Тәүҙә бәләкәй һауытта 40 градус тирәһендәге һыуҙа иҙеп алырға, алдан ултыртып торһаң да була. Ә бына петуниялар сәскә ата башлағас, һәр һыу ҡойған һайын ашлама ла индереп барыу өсөн (беҙ ашламалы һатып алынған тупраҡҡа сәсмәйбеҙ бит) был норманы 4 тапҡыр кәметергә кәрәк. Ярты ҡалаҡ ашламаны иҙеп алам да, үлсәмдәргә бүленгән һауытыма ҡоям, 1 литрға еткәнсе һыу өҫтәйем. Шуның яртыһын 10 л һыуға ҡушам, икенсе яртыһын тағы 10 л һыуға болғатам. Бына шундай итеп иҙелгән ашламаны һәр һыу ҡойған һайын өҫтәргә кәрәк.