Новости
11 Апреля 2021, 05:30

11 апрель - Дуҫтар көнө

Календарҙа бер буш көн юҡ. Бөгөн Дуҫтар көнө икән!Һеҙҙе аңлаған, кәрәк саҡта ярҙам итергә әҙер торған дуҫ-иштәрегеҙ булыуын, дуҫығыҙ үҙегеҙҙән яҡшыраҡ булыуын теләйбеҙ! Дуҫлыҡ тураһында бөйөк Мифтахетдин Аҡмулла былай тигән:

Дуҫлыҡ тураһында бөйөк Мифтахетдин Аҡмулла былай тигән:
- Аллаһтан һораған саҡта яҡшы дуҫ та һорағыҙ.
Үҙеңде яуыз дуҫтарҙан һаҡлауын да һорағыҙ.
Донъялыҡта дуҫтарҙың да төрлөләре ос(о)рай.
Һеҙ уларҙың миһырбанлы булыуын да һорағыҙ.
Бәхетле булған кешенең дуҫтары ла бик яҡшы.
Улар ярҙам өсөн һуҙған устары ла бик яҡшы.
Ысын дуҫтың саф йөрәктән биргән төймәһе лә бит
Дошманыңдан алған оло дөйәнән яҡшы.
Читайте нас