Новости
13 Апреля 2021, 10:10

Һаулыҡ һаҡлау министры коронавирустан прививка эшләткән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин СOVID-19-ға ҡаршы Рәсәйҙә сығарылған «Cпутник V» вакцинаһы менән прививка яһатҡан

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин СOVID-19-ға ҡаршы Рәсәйҙә сығарылған «Cпутник V» вакцинаһы менән прививка яһатҡан, тип хәбәр итте “Башинформ”.
“Мин вакцина яһаттым. Үҙемде яҡшы тоям, кире тәьҫире күҙәтелмәй”, – тип белдергән ул журналистарға.
Министр шулай уҡ хәҙер республикала сирләү кимәле түбәнәйә барыуын, коронавирус менән ауырыған пациенттар өсөн дауаханаларҙа койкалар һаны ла кәметелеүен билдәләне.
Хәҙерге ваҡытта СOVID-19 менән бәйле хәл-торош сағыштырмаса тыныс, әммә борсоулы булыуын билдәләп, министр республика халҡын вакцина яһатырға саҡырҙы.
Читайте нас