Район хакимиәтенең кесе залында МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә уның урынбаҫарҙары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, һаулыҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы күркәм һәм ҡайһы берәүҙәр өсөн көтөп алынған саранан башланы. Күп балалы өс ғаилә – Аҡбутиндар, Бикбулатовтар, Щадриндар “Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу” программаһы буйынса сертификаттар алып ҡыуанһа, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһына сиратта торған күп балалы Сәлимйәновтарға бер тапҡыр бирелә торған 250 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Артабан көн тәртибе буйынса наркотиктарға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте. Уны район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ағзалары етәкселәр менән берлектә һөйләшеү алып барҙы. Профилактик сараның мөһимлеге әйтеп бөткөһөҙ. Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ балаларҙың ҡылыҡтарын күҙ уңынан ысҡындырмай, иғтибар итеп торорға тейешбеҙ, сөнки, мәғлүм булыуынса, наркотик менән шаярған балала ул сағылыш тапмай ҡалмай. Шулай уҡ мәктәптәрҙә ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән бергә йыйылыштарын үткәреп, аңлатыу эшен алып барыуға баҫым яһалды. Районда спайс ҡулланыуҙың бер нисә осрағы теркәлгән. Наркотикҡа бәйләнгәнлелек беренсе дозанан башлана. Ғәҙәттә ул бушлай тәҡдим ителә. Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора. Әгәр ҙә наркотик матдәләргә патологик ҡыҙыҡһыныу бар икән, тимәк, был уның ҡолона әйләнеүҙең бер юлы. Был хаҡта район үҙәк дауаханаһы баш табибының халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен ойоштороу буйынса урынбаҫары Ришат Сарбаев һәйләне, ә РФ Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Альфред Бикбулатов район территорияһында наркотиктар әйләнешенә бәйле енәйәт эштәренә байҡау яһаны. Улар район эсендәге аныҡ миҫалдарға ла туҡталды, тимәк, уйланырға урын бар.
Наркомания – заман афәттәренең береһе. Унан бер кем дә 100 процент ҡурсаланмаған. Уны тамырынан ҡоротоу өсөн йәш быуын, уҡыусылар араһында иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барарға кәрәк. Наркотик йәки психотроп матдәләр һатыусылар йәки таратыусылар тураһында белеп ҡалған осраҡта район эске эштәр бүлегенә, йәки полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә лә була.
Артабан район Советы секретары Марат Мөхәмәтов ауыл биләмәләрендә яҙғы эштәрҙе планлаштырыу, йыллыҡ план ҡабул итеү өсөн биләмә башлыҡтарына 15-нән 22 апрелгә тиклем сходтар үткәрергә тәҡдим итте. Был йыйындарҙың көн тәртибе:
1. Һыу баҫҡан ваҡытта хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәреү, ирекле янғын һүндереү командаһы булдырыу, йорт-ҡура янында, ғөмүмән, ауыл биләмәләһендә сүп-сар яндырыу һәм усаҡ тоҡандырыуҙы тыйыу;
2. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге өсөн – законһыҙ араҡы һатыуҙы, мал урлауҙы, мөлкәтте, телефон мутлыҡтары тураһында тағы иҫкәртеү;
3. Йәйге осорҙа мал-тыуар аҫырау өсөн көтөүлекте хәстәрләү, малдар өсөн көтөүсе яллау һәм халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу;
4. Коммуналь хеҙмәттәр – сүп-сарҙың сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡ буйынса төшөндөрөү;
5. Төҙөкләндереү буйынса 24 апрелдән 9 майға тиклем экологик өмәләр ойоштороу, “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыу;
6. Ҙур саралар – Еңеү көнө, Һабантуй, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары, Айыҡ никахтар, туйҙар, ҡунаҡтар, концерттар, спорт уйындары үткәреү;
7. Урындағы һалымдар йыйылыуын тәьмин итеү – мөлкәт, ер буйынса түләнгән һалымдың аҡсаһы тулыһынса урындағы бюджетҡа тотонола. Мәҫәлән, урамдарға ҡом һибеү, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү;
8. Автобустар йөрөгән маршрутта халыҡтың “Алға” картаһы иҫәпләшеүен ойоштороу;
9. Тракторҙарға техник тикшереү үткәреү көнөн һәм ваҡытын билдәләү.
Йыйылыш аҙағында Дәмин Марат улы 2021 йылда үткәреләсәк конкурстар тураһында һөйләне, шуларҙың бер-икеһе: “Йәшә, тыуған ауылым!” һәм матур йолаға әйләнгән “Иң төҙөк шишмә”. Был конкурстарҙың һөҙөмтәһе нимәгә ҡарап билдәләнәсәген һанап сыҡты. Был хаҡта йыйылыштарҙа уртаға һалып һөйләшеп, бурыстарҙы хәҙерҙән үк һәр кемгә йөкмәтеү талап ителә. Шишмәләргә килгәндә, ике йыл дауамында төҙөкләндерелгән шишмәләрҙең хәл-торошо ҡараласаҡ, яңы элементтарҙың өҫтәлеүенә иғтибар бүленәсәк һәм яңы төҙөкләндерелгән шишмәне ҡарағандан һуң ғына баһа биреләсәк. “Йәшә, тыуған ауылым!” конкурсына килгәндә, ауылда яңы һыҙаттарҙың, арт-объект, йәки мәсет төҙөлөүе, булғаны ипкә килтерелеүе, йорттарҙың заманса һулыш алыуы, байрам үтәсәк майҙандың торошо, сәхнәнең биҙәлеше һәм башҡа бик күп нәмәләр буйынса мәрәй йыйырға була. Бүләктәр фонды: 1 урынға – 200 мең, 2 урынға – 100 мең һәм 3 урынға – 50 мең һум.
Дәртләнеп, ең һыҙғанып тотонғанда еңеү йыраҡ түгел!