Кисә Үрген ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, эске хеҙмәт подполковнигы, композитор, дирижер Байрас Абдуллиндың хәтер кисәһе үтте. Был сара шулай уҡ арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышлап сығарылған “Баштарыңды эймә...” китабы менән дә таныштырыуға ла арналды.
Районыбыҙҙың билдәле улын иҫкә алыу кисәһенә уның туғандары, дуҫтары, элекке уҡыусылары, ауылдаштары йыйылды. Сарала МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡатнашты.