Ҡыш үтеү менән баҡсасылар: «Быйыл нимә ултыртһаң үҫер икән?» – тип баш вата башлай. Хәҙер илдә һәр төрлө йәшелсәнең, еләк-емештең сорты бик күп, беҙҙең республикаға яраҡлаштырғандарын белеү һәм уларҙы ултыртыу мул уңыш нигеҙе.
КӘБЕҪТӘ. Аҡ күсәнле һуңға өлгөрөүсе кәбеҫтә ике-өс килограмм тарта. Һигеҙ айға тиклем һаҡлана. Беҙҙең шарттарҙа шулай уҡ иртә өлгөрөүсе, уртаса өлгөрөүсе һәм төҫлө кәбеҫтә ярайһы уҡ уңыш бирә.
КИШЕР. «Шанте» сорты – иртәрәк өлгөрөүсе (шытҡандан алып өлгөргөнгә тиклем 105-115 көн үтә), оҙонлоғо – 15 см-ға тиклем, диаметры – 5-6 см. Һәр береһе 80-250 грамм тарта. Яңы ғына өҙөп алып ҡулланырға ла, оҙайлы һаҡлауға һалырға, эшкәртергә лә мөмкин. «Нантская» – уртаса өлгөрөүсе сорт. Ул 78-108 көн эсендә өлгөрә. Оҙонлоғо – 16, диаметры – 4-5 см-ға етә. Бер квадрат метрҙан 2,5 кг-нан 6,6 кг-ға тиклем уңыш алып була.
ҠЫЯР. «F-1-Зозуля» – тиҙ өлгөрөүсе сорт. Ҡыярҙың ҡабығы йоҡа ғына, 46-48 көндә өлгөрә, оҙонлоғо 18-20 см-ға етә. «Пальчики оближешь Ғ-1» сорты – иртә өлгөрә һәм мул уңыш бирә. Ул 41-47 көн эсендә өлгөрә. Уны пленка аҫтында ла (төнгөлөккә ҡапларға) һәм ябай ысул менән асыҡ һауала үҫтерергә мөмкин. Ҡыярҙың оҙонлоғо 10-11 см-ға тиклем етергә мөмкин. Был сорт консервалау өсөн ҡулай.
ПОМИДОР. «Агата», «Бычье сердце», «Белый налив», «Перемога-65», «ДеБарао», Алпатьево-905А», Ранняя», «Сибирские скороспелые», «Новинка Приднестровья» – популяр һәм яҡшы сорттар. Районлаштырылған, беҙҙең шарттарға яраҡлашҡан сорттарҙың үрсемтәләрен үҙебеҙгә үҫтереү яҡшыраҡ, бары тик уларҙы нығытыу һәм сирҙәрҙән аралау өсөн «Фитоспорин» менән эшкәртергә генә кәрәк. «Гигант Новиково» сорты – уртаса өлгөрөүсе помидор, шытҡандан алып бешкәнгә тиклем 120-125 көн үтә. Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге , итләс, 500-700 грамға тиклем ауырлыҡтағы помидор һәр кемдең күңеленә хуш килер. Ҡайһы берҙәренең бер кг-ға тиклем барып етеүе ихтимал. Бер ҡыуаҡтан 3-10 кг-ға тиклем уңыш алырға мөмкин.
АЛМА. Йәйгеләре – «Терентьевка» – был сорт ҡышты яҡшы сыға. Алма иртә бешә (август урталарында) һәм йыл да уңыш бирә. Бәләкәй генә, асыҡ ҡыҙыл төҫә, матур формалы алмалар һәр кемде әсир итер. «Солнцедар» сортының уңышы – гектарынан 40 центнерға тиклем уңыш бирә. «Алтайское румяное» алмалары ҡышты яҡшы сыға. Иң мул уңыш биреүсе алмағас, гектарынан уртаса 100-120 центнер. «Уральское наливное» сорты – гектарынан 80-100 центнерға тиклем уңыш бирә. Алмалар август аҙаҡтарында һары төҫкә инеп бешә. «Шаропай» сорты – беҙҙең ҡыштарҙы яҡшы үткәрә, сентябрҙә бешә. «Антоновка обыкновенная» – уртаса уңдырышлылығы – гектарынан 11,2 центнерҙан алып 36 центнерға тиклем барып етә. Һәр береһе 100-120 грамлы асыҡ йәшел төҫтәге эре алмалар.
ГРУША. «Башкирская летняя» бейек ағаслы сорты – беҙҙең шарттарҙа яҡшы үҫә. Уртаса уңышы – 65 центнерҙан алып 166 центнерға тиклем, август баштарында өлгөрә. «Северянка» – уртаса оҙонлоҡтағы емеш ағасы, гектарынан 79 центнерҙан 179 центнерға тиклем уңыш алырға мөмкин.