Новости
19 Апреля 2021, 11:45

Апрель айына һынамыштар

✅19 апрель елһеҙ, тыныс булһа, иген уңыр. ✅20 апрелдә күктә йондоҙҙар күп икән – бәшмәк уңышына. ✅21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй. (Дауамы сайтта)


✅19 апрель елһеҙ, тыныс булһа, иген уңыр.

✅20 апрелдә күктә йондоҙҙар күп икән – бәшмәк уңышына.

✅21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй.

✅22 апрелдә ел, томан кеүек тәбиғәт күренештәре күҙәтелһә, уңыш мул булыр.

✅23 апрелдә төш алдынан ялбыр болоттар йыйылһа, кискә ямғыр көт.

✅24 апрелдә гөрләүектәр аҡмаһа, яҙ һуң килә, йәй насар була.

✅25 апрелдә ҡояш томанлы күренһә, ашлыҡ уңа.

✅26 апрелдә баҡа тауышын ишетһәң, һоло сәс.

✅27 апрелдә еңел болоттар ҙур һороларын үтеп китһә, кис ямғыр яуа.

✅28 апрель тирәһендә бер нисә көн рәттән көньяҡтан ел иҫһә – яуынға.

✅29 апрелдә йәйғор сыҡһа – насар көн торошона.

✅30 апрелдә бал ҡорттары сейә сәскәһенә ҡунһа, сейә уңыр.
Читайте нас