Новости
19 Апреля 2021, 11:10

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Нурғәле Хажиғәле улы Бикбулатов, Абзан ауыл биләмәһе башлығы: – Беҙҙең биләмәлә 12 ауылда халыҡ сходтары үтәсәк.(Дауамы сайтта)

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?
Нурғәле Хажиғәле улы Бикбулатов, Абзан ауыл биләмәһе башлығы:
– Беҙҙең биләмәлә 12 ауылда халыҡ сходтары үтәсәк. Әле ете сход булды, унда кешеләр дәррәү килеүе күҙәтелде. Йыйылышта 15-16 апрелдә өмәгә сығыу, көтөү сығарыу, уполномоченный һайлау, үткән йылғыларҙың отчетын тыңлау, көтөүҙе ҡасан һәм сәғәт нисәнән ҡыуыу тураһында кәңәшләшәбеҙ. Бөтә ауылдарҙа ла 21-нән 28 апрелгә тиклем көтөү сығып бөтәсәк, яҙҙан көҙгә тиклем ҡыуыу ваҡыты сәғәт 6-нан 8-гә тиклем булһа, ҡаршы алыу ваҡыты киске 6-нан 9-ға тиклем билдәләнек. Һыйырҙарҙы ҡасырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Был йәһәттән участка ветеринарының сығышы бик фәһемле булды. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре кешеләрҙе эшкә саҡырҙы һәм үҙҙәренең баҫыуҙары, унда нимәләр сәселеүе тураһында һөйләп, уларҙы малдан тапатмауҙы һораны. Артабан сүп-сар, 2-3 майҙа ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү хаҡында һөйләшеү булды, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә үҫентеләр ултыртып, баҙарға алып сығырға тәҡдим яһаныҡ.
Суррогат араҡы һатыусылар беҙҙең биләмәлә бик юҡ, шулай ҙа морон төртөргә генә торалар. Белеп ҡалыусылар тиҙ арала миңә хәбәр итә, мин туп-тура барып, аңлатыу эше алып барам, матур итеп һөйләшәм, әгәр ҙә был һөйләшеүҙән һуң да һатыуҙы дауам итеүселәргә ҡаты сара күрелә. Штраф һалына. Унда ла туҡтамаһалар, енәйәт эше асылыуы мөмкин, балаларығыҙҙың киләсәкке яҙмышын бысратыуығыҙ ихтимал, тип аңлатам. Һөйләшеү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ауылдағы эт, бесәй мәсьәләһе лә хәл ителә башланы. Һөт йыйыу биләмәнең Самаҙы ауылында ойошторолдо, киләсәктә башҡа ауылдарҙан да һөт йыйыуҙы тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Шәхси тракторҙарҙы техник тикшереү үткәреү, автобуста йөрөүселәргә “Алға” картаһын алыу, уның менән файҙаланыусыларға 20 процент ташлама яһалыуы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йәһәтенән өйҙәрҙең номерҙарын ҡуйыу, ППМИ буйынса Самаҙы ауылы ҡәберлеген кәртәләү, “Шишмә” конкурсында, ауыл байрамдарында ҡатнашыу һәм башҡалар хаҡында әйтелде.
Читайте нас