Новости
21 Апреля 2021, 10:25

Путин балалар лагерҙарына түләмдең яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, bл етәксеһе балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим иткән. Президент йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы айырым иғтибарға лайыҡ.
«Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Ундайҙарға каникулдар осоронда, йәғни юғары миҙгелдә лә кире ҡайтарырға мөмкин», — тине дәүләт башлығы.
#Путин
Фото: www.kremlin.ru
Читайте нас