Новости
21 Апреля 2021, 13:10

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Мөрәжәғәтнамә буйынса бурыстар ҡуйҙы

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре етәкселәре иҫәбендә Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауында ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, Финанс министрлығына, төҙөлөш блогына дәүләт етксеһе ҡуйған бурыстарҙы уйларға, анализларға, ҡарарға ҡушты.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре етәкселәре иҫәбендә Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауында ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, Финанс министрлығына, төҙөлөш блогына дәүләт етәксеһе ҡуйған бурыстарҙы уйларға, анализларға, ҡарарға ҡушты.
“Президент халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға, юлдарҙы яңыртыуға, төҙөкләндереүгә, туриндустрия объекттары булдырыуға аҡса йүнәлтергә саҡырҙы. Беҙҙең республикала ундай проекттар бар ҙа инде, әммә уларға ярҙам итергә, артабан хәрәкәт итергә кәрәк. Нәҡ ошо күрһәткес буйынса беҙҙең хөкүмәттең төҙөлөш блогының, финанс блогының, иҡтисади блогының эш сифатын баһалаясаҡмын”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
Төбәк етәксеһе Мөрәжәғәтнамәнең социаль өлөшө шулай уҡ бик етди булыуын билдәләне.
Читайте нас